Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостандың баш ҡалаһында Булат Солтангәрәев исемендәге республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурста белем биреү учреждениеларының 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары, лицей һәм колледж студенттары ҡатнашты. Ижади бәйге еңеүселәренә 15, 10 һәм 5 мең һум аҡсалата премия тапшырылды.

Беренсе урынды Бөрйән районы Байназар ауылы урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Зилиә Буранбаева яуланы. Уның шиғырҙарында үҙ алдыңа үҫешеү һәм үҙ-үҙеңде танып белеү темаһы, йәштәр проблемалары асыла.

Икенсе урынды ике кеше бүлеште. Улар — Ишембай ҡалаһы Ә.Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Роберт Горбунов һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Нәфисә Торомтаева. Уларҙың һәр береһенә 10 мең һум премия тапшырыла.

Өсөнсө урын өс уҡыусыға бирелде. Улар – Бөрйән районы Байназар ауылы урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Сәлимә Дәүләтшина, Баҡалы районы Баҡалы ауылы 1-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Илнар Әхмәтханов, Әбйәлил районы Ҡырҙас урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Зәлиә Сәғәҙәтова. Был лауреаттарға — 5 мең һум премия.

Эпидемиологик хәлгә бәйле еңеүселәрҙе Белем көнөндә — 1 сентябрҙә бүләкләү күҙаллана.  

Ойоштороусы — Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы менән берлектә «Йәшлек» гәзите. Быйыл конкурс Башҡортостан Республикаһы башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына уҙғарылды.

 Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/1455432/ 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb