Башҡортостанда “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады фестивале башлана

Башҡортостанда “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады фестивале башлана

Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Фестиваль сиктәрендә бөгөн баш ҡаланың Еңеү паркында “Еңеү” марафоны старт алды. “Тәүге этап район һәм ҡалаларҙа концерт, театрлаштырылған тамаша, тематик кисә, халыҡ байрамдары формаһында үткәрелә. Артабан еңеүселәр үҙ районы йә ҡалаһы исеменән зона кимәлендә сығыш яһай һәм комиссия тәҡдиме менән “Еңеү салюты” Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивалендә ҡатнаша”, - ти республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова. Фестиваль 2020 йылдың майына тиклем дауам итә. Ул республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә ойошторола

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb