Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығына Тынлы оркестрҙар марш-парады һм хор флешмобы уҙғарыла

Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығына Тынлы оркестрҙар марш-парады һм хор флешмобы уҙғарыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек бара. Тантаналар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ойошторола. Һуғыш инвалидтары һәм ҡатнашыусыларының йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙы, хәтер-мемориаль һәм мәҙәни саралар үткәреү күҙ уңында тотола.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, ғәҙәттәгесә, киләһе миҙгелдә бөтә театрҙарҙың репертуарында һуғыш тураһында спектаклдәр күрһәтеү ҡаралған. Милли музей «Еңеү-75» республика музей-ара проектын ғәмләгә ашырырға – республика музейҙары экспонаттарынан күргәҙмә ойошторорға ниәтләй.

2020 йылда республика кинотеатрҙарында һәм кинозалдарында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән фильмдар күрһәтелә.

Төп саралар 8-9 майҙа уҙғарыла. «Өфө» тимер юлы вокзалы биләмәһендә фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыу тантанаһы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иһә сәнғәт оҫталарының байрам концерты була.

9 майҙа «Үлемһеҙ полк» халыҡ-ара йәмәғәт хәрәкәте барышында Тынлы оркестрҙар марш-парады ойошторола. Быйыл Өфөлә колонна башында һәләк булған Ватан Геройҙарының туғандары атлай.

«Торатау» конгресс-холы амфитеатрында кис көнө асыҡ һауала «Беҙ Еңеү тураһында йырлайбыҙ!» байрам концерты, хор флешмобы, лазер шоу-программаһы һәм байрам салюты була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb