Башҡортостанда йәшәүселәр Ҙур театрҙан «Аттила» операһының тура трансляцияһын ҡарай ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Ҙур театрҙан «Аттила» операһының тура трансляцияһын ҡарай ала

Бөгөн Рәсәй Ҙур театрының тарихи сәхнәһендә — Джузеппе Вердиҙың «Аттила» операһы. Уның Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, «Грэмми» һәм «Алтын битлек» премиялары лауреаты, күренекле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов сәхнәләштерә.

Операның тура трансляцияһы Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана. Трансляцияны һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.

Илдең төп мәҙәниәт майҙансығында мөһим партияларҙы бар донъяға танылған опера йондоҙҙары Илдар Абдразаҡов (Аттила), Вероника Джиоева (Одабелла), Василий Ладюк (Эцио) һәм Лучано Ганчи (Форесто) башҡара. Актерҙар составында шулай уҡ Өфө труппаһы солистары Артур Ҡәйепҡолов (Леоне) һәм Айҙар Хәйруллин (Ульдино) бар. Спектаклдә оркестр, хор, балет һәм балалар опера студияһы ҡатнаша.

Дирижер пульты артында – музыкаль етәксе һәм спектаклдең ҡуйыусы дирижёры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Артём Макаров.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb