Башҡортостанда Мәктәп фольклориадаһы бара

Башҡортостанда Мәктәп фольклориадаһы бара

Башҡортостан Республикаһында 2020 йылдың 2 мартынан 29 майына тиклем Мәктәп фольклориадаһы үткәрелә. Уның барышында «Аутентик йыр фольклоры», «Фольклор бейеүе», «Йолалар, уйындар, әйлән-бәйлән», «Халыҡтар дуҫлығы», «Донъяла тыныслыҡ» конкурстары ойошторола.  

Шулай уҡ программала — «Донъя халыҡтарының милли кейемдәре» һәм  «Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары» фотокүргәҙмәләре, «Оҫталар ҡалаһы» биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре, сәхнәлә донъя халыҡтары мәҙәниәте менән таныштырыу, донъя халыҡтары тураһында мәғлүмәт гәзиттәре сығарыу, түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, фильмдар ҡарау.

Мәктәп фольклориадаһында Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү, өҫтәмә белем биреү һәм мәҙәниәт ойошмалары уҡыусылары ҡатнаша.

Сара өс этапта уҙғарыла: мәктәп (2020 йылдың марты), муниципаль (2020 йылдың апреле), республика (2020 йылдың майы). Һуңынан Өфөлә гала-концерт менән тамамлана.

Мәктәп фольклориадаһын ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы.

https://kulturarb.ru/ru/news/v-preddverii-vsemirnoj-folkloriady-v-bashkortostane-startovala-shkolnaya-folkloriada 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb