Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа арналған флешмоб иғлан ителде

Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа арналған флешмоб иғлан ителде

16 июндә Башҡортостандың милли геройы, шағир һәм полководец Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула. Быйыл Салауат Юлаев көндәре тәүгә онлайн уҙғарыла.

Милли батырҙың тыуған көнө уңайынан 12 июненән 16-һына тиклем флешмоб уҙа. Флешмобта сәсәндәр, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын һөйөүселәр ҡатнаша ала. Улар социаль селтәрҙә #БашҡортСәсәндәре #СалауатМенән #СалауатЮлаев #РЦНТРБ #МКРБ #ЦентрСэсэновРБ хештегы менән Салауат Юлаевҡа арналған йырҙар һәм ҡобайырҙар башҡара, яугир шағирҙың шиғырҙарын һөйләй, видеороликтар менән бүлешә.

Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының сәсәндәр үҙәге.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-respublike-projdet-fleshmob-priurochennyj-ko-dnyu-rozhdeniya-nacionalnogo-geroya-salavata-yulaeva

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb