Башҡортостанда спектакль һәм концерттарҙы интернетта ҡарарға мөмкин

Башҡортостанда спектакль һәм концерттарҙы интернетта ҡарарға мөмкин

Коронавирус таралыуҙы сикләү өсөн мәҙәниәт ойошмалары яңы эш тәртибенә күсә. Ҡайһы бер тамашалар үткәрелмәй, йәки икенсе ваҡытҡа күсерелә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тамашасылар өсөн ябыҡ була, ә спектаклдәр интернетта онлайн – театрҙың YouTube каналында күрһәтелә.

Башҡорт дәүләт драма театры, Милли йәштәр театры, Рус дәүләт драма театры, Өфө “Нур” татар дәүләт театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында спектаклдәр афишаға ярашлы күрһәтелә. Ҡайһы бер тамашаларҙы интернетта ҡарарға мөмкин. Башҡорт дәүләт филармонияһында “Алһыу ҡаплан” халыҡ-ара джаз фестивале ойошторолмай, ә концерттар афишаға ярашлы үткәрелә. Проекттарҙы шулай уҡ онлайн ҡарарға мөмкин.

Тулыраҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/kak-budut-rabotat-gosudarstvennye-uchrezhdeniya-kultury-respubliki 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb