Башҡортостанда VI Биишева уҡыуҙары ойошторола

Башҡортостанда VI Биишева уҡыуҙары ойошторола

Стәрлетамаҡта Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле йылына бағышланған «VI Биишева уҡыуҙары: Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең һәм уҡытыуҙың заманса проблемалары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы була.

Сара 16 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҙғарыла. Конференцияны ойоштороусы – филиалдың башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты.

Конференцияның эш йүнәлештәре менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин. Конференцияның телдәре: рус, башҡорт, татар, сыуаш. Сара материалдарынан йыйынтыҡ сығарыу күҙаллана. Уларҙы 10 мартҡа тиклем «Биишева уҡыуҙары» тигән билдә менән Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына ебәрергә кәрәк.    

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-respublike-projdut-vi-biishevskie-chteniya 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb