Башҡортостанда яҙыусы һәм тел белгесе, төркиәтсе Жәлил Кейекбаевҡа һәйкәл ҡуялар

Башҡортостанда яҙыусы һәм тел белгесе, төркиәтсе Жәлил Кейекбаевҡа һәйкәл ҡуялар

Башҡортостанда Жәлил Кейекбаев һәйкәленең иң яҡшы проектына асыҡ конкурс башланды (1911 — 1968). Һәйкәлде Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы биләмәһендә ҡуйыу күҙаллана.

Жәлил Кейекбаев — тел белгесе, төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор, күренекле башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт тел ғилеменә һәм урал-алтай телдәренең хәҙерге башҡорт мәктәбенә нигеҙ һалған.

Конкурс бер турҙа үткәрелә. Уның төп предметы – һәйкәл проектының 40 сантиметрҙан да кәм булмаған моделе.

Авторҙар ғаризаларҙы, проекттарҙы, аңлатмалы яҙыуҙарҙы, график материалдарҙы һәм смета-финанс иҫәбен (300 мең һумдан артмаҫҡа тейеш) 2019 йылдың 5 сентябренә тиклем Ғафури районының мәҙәниәт бүлегенә тапшырырға тейеш. Адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2, 115-се бүлмә. Тел. 8 (34740) 2-12-48.

Сығанаҡ: В Башкортостане объявлен конкурс на лучший проект памятника башкирскому писателю Джалилю Киекбаеву

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb