Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Татарстан ҡалаларында сығыш яһаны

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Татарстан ҡалаларында сығыш яһаны

7 - 10 апрелдә Татарстан Республикаһы ҡалаларында Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының гастролдәре үтте. Гастроль туры С. Сәйҙәшев исемендәге Дәүләт концерт залында ике туғандаш республиканың милли композиторҙар мәктәптәренең академик музыкаһы концерты менән асылды. Концерт программаһын Башҡортостан һәм Татарстан Композиторҙар союздары менән берлектә БР Милли симфоник оркестрының баш дирижёры Дмитрий Крюков төҙөгән.

Татарстандың мәҙәниәт министры Ирада Әйүпова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм ике республиканың Композиторҙар союздары рәйестәре Ләйлә Исмәғилева менән Рәшит Кәлимуллин тамашасыларҙы һәм музыканттарҙы сәләмләне.

7 апрелдә ике күрше республиканың юғары мәҙәниәте, ғорурлығы булып торған композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраны: Заһир Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһына увертюра, Нәжиб Йыһановтың «Нәфисә» увертюраһы, Хөсәйен Әхмәтовтың «Башҡорт лирик сюитаһы», Фәрит Яруллиндың «Шүрәле» балетынан өҙөктәр, Леонид Любовскийҙың «Литания», Рашит Кәлимуллиндың «Симфонические танцы» сюитаһы, Ләйлә Исмәғилованың  «Симфонические сцены», Рөстәм Сабитовтың 6-сы симфонияһы (донъя премьераһы), Валерий Скобелкиндың «Гефестың алдтын тәхете» симфоник поэмаһы. (Солист - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Артур Ғайсаров башҡарыуындағы тылсымлы ҡурай моңо милли лириканың иң нескә йүнәлеше булды.

Зал Башҡортостандың Дәүләт оркестрына аяҡ өҫтө баҫып алҡышланы, ә музыкаль һәм ижади элитанан ыңғай баһаламалар, тамашасыларҙың Маэстро Дмитрий Крюковҡа һәм оркестр музыканттарына һоҡланыулы комментарийҙары концерттың Башҡортостан һәм Татарстан мәҙәниәте тарихына инеүе һәм республикаларҙың үҙ-ара лайыҡлы эш итеү өлгөһөнә әүерелеүе хаҡында ышаныс менән һөйләргә мөмкинлек бирә. Гастролдәр Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Татарстандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында уҙа, концерттарҙы ойоштороуҙа ихлас йылылыҡ һәм ярҙам өсөн Ирад Әйүповҡа һәм Әминә Шафиҡоваға рәхмәт әйтте һәм оркестр музыканттарын Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы билдәләгән шәп сәскәләр кәрзине өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

8 апрелдә Сәйҙәш залында Өфө оркестры Моцарт һәм Малер шедеврҙарынан торған программаны башҡарҙы. 9 апрелдә БР Милли симфоник оркестрының концерты Яр Саллы ҡалаһының Орган залында Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре» («Всероссийские филармонические сезоны») программаһы сиктәрендә уҙҙы. 10 апрелдә данлыҡлы коллектив Түбәнге Камала сығыш яһаны.

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Татарстан ҡалаларында сығыш яһаны
Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Татарстан ҡалаларында сығыш яһаны
Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Татарстан ҡалаларында сығыш яһаны
Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Татарстан ҡалаларында сығыш яһаны

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb