Башҡортостандың виртуаль полкына 35 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы инде

Башҡортостандың виртуаль полкына 35 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы инде

Башҡортостанда «Үлемһеҙ полк» виртуаль акцияһында 35 мең 953 яугир ҡатнаша, тип хәбәр итте республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.

Башҡортостан Республикаһы Һанлы үҫеш министрлығында «Башҡортостан Республикаһының Үлемһеҙ полкы» сайты эшләй. Быйыл «Үлемһеҙ полк» виртуаль акцияһында ҡатнашыу өсөн сайтҡа геройҙың фотоһүрәтен һалырға һәм ҡыҫҡаса мәғлүмәт (исем-шәрифен, йәшәгән йылдарын,наградаларын) ҡалдырырға кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре күләмле виртуаль «Йөрөш»төң бер өлөшө була һәм телевидениела күрһәтелә. Артабан сайт үҙ эшен дауам итә, 9 майҙан һуң да теләгән ваҡытта Башҡортостанда тыуып үҫкән ветерандар тураһында мәғлүмәт өҫтәргә мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb