«Берҙәмлек» фестивале Әлшәй районында асылды

«Берҙәмлек» фестивале Әлшәй районында асылды

Бөгөн, 8 июндә, Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районында асыу Тантанаһы үтте. «Берҙәмлек» байрамында Ҡаҙағстан, Македония, Чили, Шри-Ланка, Белорусия, Сенегал вәкилдәре сығыш яһанылар. Ошо көндө республикаға Фольклориада буйынса CIOFF® комитеты ағзалары килде. Әйткәндәй, 2020 йылда Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыр алдынан «Берҙәмлек» CIOFF® комитеты ағзаларына республиканың инфраструктура ҡеүәтен баһалауҙан тыш, Башҡортостандың халыҡтарының бай традицияһы менән танышыу мөмкинлеген дә бирә.

«Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале быйыл ун бишенсе тапҡыр үтә, 8-12 июнь көндәре эсендә ул етмеш илдән өс йөҙҙән ашыу талантлы артисты берләштергән. Быйыл Башҡортостан халҡы алдында туғыҙ сит ил коллективы сығыш яһай. Сәхнә оҫталары иртәгә Благовар районы һабантуйында ла ҡатнашасаҡ.

Фестиваль барышында Этнокөн уҙғарыласаҡ. Байрамды ябыу тантанаһы һәм Гала-концерт 12 июнгә билдәләнгән.

Тулыраҡ мәғлүмәт: бында

«Берҙәмлек» фестивале Әлшәй районында асылды
«Берҙәмлек» фестивале Әлшәй районында асылды
«Берҙәмлек» фестивале Әлшәй районында асылды
«Берҙәмлек» фестивале Әлшәй районында асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb