Быйыл Салауат Юлаев көндәре онлайн форматта үтә

Быйыл Салауат Юлаев көндәре онлайн форматта үтә

2020 йылда Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуна 266 йыл. Пандемия сәбәпле, байрам быйыл онлайн форматта үтәсәк. 12 — 16 июндә саралар бөтә республикала һәм интернет-майҙансыҡтарҙа ойошторола.

 

БР Милли музейында видеоконференция үтәсәк. Ул Салауат Юлаев шәхесенә арнала.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Заһир Исмәһилевтың «Салауат Юлаев» операһын, БР Милли симфоник оркестры операға увертюраһын үҙ ютуб-каналында күрһәтәсәк.

М.Кәрим исемендәге милли йәштәр театры архивтағы М.Кәримдең «Салауат. Өн аралаш төш» спектаклен, Нефтекама филармонияһы «Оран» шиғри программаһын әҙерләй.

«Башҡортостан» киностудияһы төшөргән документаль фильмдар республика телеканалдары эфирына ҡуйыла.

Ф.Ғәскәров исемендәге академия бейеү ансамбле лә тамашасыларға айырым программа күрһәтәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Инстаграмында шиғырҙар бәйгеһе ойошторола.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb