Бөгөн «Ашҡаҙар» радиоһына – 10 йыл!

Бөгөн «Ашҡаҙар» радиоһына – 10 йыл!

“Ашҡаҙар” радиоһы эфир киңлектәренә 2010 йылдың 7 февралендә сыға. Исеме Башҡортостандағы йылға һәм шул уҡ исемдәге йыр исеме менән аталған. Канал республикабыҙҙың мәҙәни тормошон тулыраҡ сағылдырыу, уның һоҡланғыс шәхестәре, сәнғәт өлгөләре менән таныштыра барыу һәм киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатында ойошторола. Ул рухи ҡиммәттәрҙе, милли поэзия, театраль асыштар, халыҡ ижады ынйыларын һаҡлап ҡалыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә.

Эфир нигеҙенә халыҡ йырҙары, классика, шулай уҡ бөгөн дә популяр булған ретро, сифатлы, зауыҡлы эстрада йырҙары, инструменталь музыка алынған. Тыңлаусыларға һәр сәғәт башында мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы  һуңғы хәбәрҙәр еткерелә. “Ашҡаҙар” үҙенең тыңлаусыларына тура эфирҙа йәнле әңгәмәләр, радиоспектаклдәр, концерттар, башҡорт әҙиптәренең яңы әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Тапшырыуҙарҙың иғтибар үҙәгендә - әҙәбиәт, музыка, театр сәнғәте, халыҡ ижады, фән, рухи байлыҡ кеүек өлкәләр. Тиҫтә йылдар дауамында аҫыл гәүһәрҙәр кеүек бөртөкләп йыйылып, Башҡортостан радиоһы фондында һаҡланған бай мираҫҡа ла тейешенсә урын бирелә. Әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең  тауышын яңғырап тора. “Ашҡаҙар” радионың алтын фондын  артабан байытыуға ла үҙ өлөшөн индерә.

Төрлө йылдарҙа "Ашҡаҙар" радиоһында Гөлсирә Ғиззәтуллина, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Зәки Әлибаев, Шәүрә Ғилманова, Илдар Ғүмәров,Инбер Яппаров кеүек билдәле шәхестәр эшләне. Уларҙың тырышлығы, фиҙаҡәрлеге менән “Беҙҙең донъя”  тапшырыуы үҙ тыңлаусыһын тапты, бөгөн дә йәшәп килә. Хәҙерге коллектив ҙур түгел, унда 9 кеше эшләй. Фәрзәнә Аҡбулатова, Урал Ниғмәтуллин, Зөмәйрә Сафина, Гүзәл Зарипова, Фәнүзә Баһауетдинова, Зилиә Шаймарҙанова, Лариса Сафуанова эфирға төрлө йөкмәткеле тапшырыуҙар әҙерләй. Музыкаль биҙәлеш тауыш режиссерҙары Гөлйемеш Баязитова һәм Рөстәм Ҡәҙерғолов иңендә.

Былтыр “Ашҡаҙар” радиоһы  FM-йышлыҡтарҙа Бәләбәй (104,2 МГц), Бөрө (88,5 МГц), Туймазы (100,8 МГц), Белорет (103,3 МГц), Туймазы (104,1 МГц), Сибай (103,8 МГц) ҡалаларында ла һөйләй башланы.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/segodnya-radio-ashkadar-ispolnyaetsya-10-let 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb