Бөгөн Башдрамтеатрҙа «Бомба»!

Бөгөн Башдрамтеатрҙа «Бомба»!

Әле генә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың юбилей кисәһе үтте. Ә инде бөгөн  сәхнәлә Азамат Ғафаров «Бомба»  исемле яңы спектаклдә төп ролде башҡара.

Спектакль авторҙары: режиссеры – Фирғәт Ғарипов, рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – Вәсил Ғафаров, хореограф – Рәмизә Мөхәмәтшина, видеоинженер – Роман Пожидаев.

Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәдуллина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Азамат Ғафаров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин, Руслан Хайсаров, Айнур Ситдиҡов, Зилиә Хәлилова, Гөлмирә Исмәғилева, Юлиә Асҡарова, Айҙар Шәмсетдинов.

Бөгөн Башдрамтеатрҙа «Бомба»!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb