Бөгөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәлисә Багаеваның ижад кисәһе уҙа

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәлисә Багаеваның ижад кисәһе уҙа

Бөгөн, 1 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы, хеҙмәт ветераны Хәлисә Багаеваның ижад кисәһе уҙа.

Был көндө дуҫтары һәм яҡындары, коллегалары, уҡыусылары Хәлисә Шаһыбал ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән ҡотларға йыйыла. Уҡытыусы һөнәре кешенән белемле булыуҙан тыш, күңел көсө, түҙемлек талап итә. Ул бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған.

Ойоштороусылар итеүнсә, кисәлә юбиляр тамашасыларға башҡорт халыҡ бейеүе «Мөғлифә»не бейергә һәм шиғыр һөйләп күрһәтергә ниәтләй. Шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев һәм башҡалар сығыш яһай. Сараны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова алып бара.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың указы менән республикала 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Быйыл башҡорт телен пропагандалауға, популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар уҙғарыу күҙаллана. Был сара ла Башҡорт теле йылына бағышланған. Ойоштороусы – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Мәғариф министрлығы булышлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb