Бөгөн күренекле башҡорт шағиры Баязит Бикбайҙың тыуыуына 111 йыл

Бөгөн күренекле башҡорт шағиры Баязит Бикбайҙың тыуыуына 111 йыл

Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры Баязит Бикбайҙың тыуыуына 110 йыл.

Баязит Бикбай (тулы исеме — Баязит Ғаяз улы Бикбаев) 1909 йылдың 9 ғинуарында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Ҡалта ауылында тыуған. 1929 йылда Ырымбур педагогия техникумын тамамлай. 

Унан һуң Туймазы районының «Ленин юлы» гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләй. Артабан ул Өфөлә йәшәй: «Башҡортостан» гәзитендә бүлек мөдире була, «Октябрь» журналында яуаплы сәркәтиб, китап нәшриәтендә, Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Яҙыусылар союзында вазифалы эштәр башҡара.

Баязит Бикбай — шағир, драматург, прозаик һәм публицист. 1932 йылда беренсе шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң бер бер артлы «Урман артында», «Яҡты ер» тигән китаптары донъя күрә.Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, фронтҡа алынмай. 1941 — 1942 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзына етәкселек итә. Бер үк ваҡытта ул һуғыш йылдары ауазы булып яңғыраған шиғырҙарын яҙа. 

1937 йылдан Баязит Бикбай драматургия өлкәһендә бик уңышлы эшләй. Беренсе драма әҫәре — «Ҡарлуғас» 1939 йылда яҙылып бөтә. Унан һуң «Ватан саҡыра», «Бер ғаилә балалары» бер шаршаулы пьесаларын яҙа. Музыка театрҙары өсөн яҙылған либреттолары уның ижадында күренекле урын биләй. «Салауат Юлаев» исемле беренсе башҡорт милли операһының либретто авторы. Уның 40-тан ашыу китабы баҫылған. Толстой, Тургенев, Горький әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә. 

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән. 1970 йылда (үлгәндән һуң) Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. 

Баязит Бикбай 1968 йылдың 2 сентябрендә вафат була, Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb