Бөгөн Мәскәүҙә «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһе асыла

Бөгөн Мәскәүҙә «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһе асыла

Бөгөн, 11 февралдә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Ете ҡыҙ» картиналар күргәҙмәһе асыла. Республиканың 100 йыллығын байрам итеү ошондай сағыу сара менән тамамлана.

Проект авторы – Башҡортостан Республикаһы башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова. Ул дөйөм концепцияны әҙерләгән һәм эштәрҙе һайлап алған.

«Ете ҡыҙ» Башҡортостан Республикаһы вәкиллегенең Концерт залында даими экспозиция булырға тейеш. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Мәскәү Хөкүмәте, ижади интеллигенция һәм «Башҡортостан яҡташлығы» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнаша. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алһыу, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Мәскәү ҡалаһы Башҡорт мәҙәни үҙәгенең ижади коллективтары сығыш яһай.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/segodnya-v-moskve-projdyot-otkrytie-vystavki-sem-devushek 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb