Бөгөн Рива Исхаҡоваға 80 йәш тулды

Бөгөн Рива Исхаҡоваға 80 йәш тулды

5 ғинуарҙа БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Рива Афзал ҡыҙы Исхаҡоваға 80 йәш тулды. Рива Афзал ҡыҙы 1940 йылда БАССР ҙың Саҡмағош районының Иҫке Үҙмәш ауылында тыуа. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң (1964 й.; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) 1964 йылда БАССР-ҙың Сиҙәм театрына (хәҙерге А.Мөбәрәков исем. Сибай башҡорт дәүләт драма театры) эшкә алына. 1966 йылда Салауат башҡорт драма театрына күсә, ә 1974-се йылдан алып 1995 йылға тиклем М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй. 

Төп ролдәре: Фәниә («Балаҡайҙарым», Ә.Атнабаев), Ҡаҙнабикә («Башҡорт туйы», М.Буранғолов), Зәниә («Пәрей туйы», А.Хәлим), Ынйыбикә («Их, кәләше лә кәләше!», Х.Зарипов) һ.б. спектаклдәрҙә актриса сағыу, халыҡсан образдар тыуҙыра. Актрисаға башҡорт киноһында ла уйнау бәхете тейә – «Ай ҡыҙы» (Ф.Бүләков, режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов) исемле тәүге башҡорт сериалында төштө. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb