Бөгөн яҙыусы, драматург, шағир Ҡадир Даяндың тыуыуына 110 йыл

Бөгөн яҙыусы, драматург, шағир Ҡадир Даяндың тыуыуына 110 йыл

Бөгөн яҙыусы, драматург, шағир Ҡадир Даяндың тыуыуына 110 йыл. Ҡадир Хәким улы Даянов Силәбе өлкәһенең хәҙерге Ҡоншаҡ районы Ҡоншаҡ ауылында тыуған.

К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлап Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Һуғыштан һуң Башҡорт китап нәшриәтендә редактор һәм БАССР Яҙыусылар  союзында әҙәби консультант булып эшләй.

Уның балалар өсөн “Ағиҙел ярында”, “Тимеркәй” китаптары баҫыла. Ҡ.Даяндың шиғырҙарына күп йырҙар ижад ителгән.”Шайморатов генерал” йыры ғына ла халыҡ араһында  киң билдәлелек яулаған һәм яратып йырлана. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb