Бөгөн һәм иртәгә Өфөлә – «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының Гала-концерты

Бөгөн һәм иртәгә Өфөлә – «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының Гала-концерты

29 һәм 30 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының Гала-концерты үтә.

«10 йыл дауамында тамашасыһын һөйндөргән концерт быйыл да үҙенсәлекле буласаҡ, конкурсанттар тәүгә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры менән берлектә сығыш яһаясаҡ. Тамашаның махсус ҡунағы Рәсәйҙең ҙур академия дәүләт театры дирижеры Дмитрий Крюков була», – тине «Башҡорт йыры» проекты мөхәррире Лариса Ҡужагилдина.

Әйткйндәй, йылдан-йыл фестивалдең географияһы киңәйеүе менән дә алдыра. Конкурсанттар Башҡортостандан тыш, Татарстан, Ырымбур, Силәбе өлкәһе һәм башҡа төбәктәрҙән дә килә. Концерт яҙмаһы Яңы йыл төнөндә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелә.

 Билеттар киләһе һылтанма буйынса: http://biletbar.ru/ йә +7 (962) 520-34-89 номеры аша ала алаһығыҙ. 

Бөгөн һәм иртәгә Өфөлә – «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының Гала-концерты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb