Бөгөн Өфөлә – Салауат Башҡорт театры

Бөгөн Өфөлә – Салауат Башҡорт театры

Бөгөн «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә Салауат Башҡорт дәүләт драма театры Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса ҡуйылған «Ерҙәштәр» спектаклен тәҡдим итәсәк.

Ҡуйыусы режиссеры, повестың инсценировка авторы – Антон Федоров. Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы – Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артистары – Гөлшат Зыязетдиновтар, Гөлсәсәк Шәрипова, Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары – Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина, артистар – Рөстәм Фазылов, театрыбыҙҙың йәш артистары Рафаэль Ғәйнуллин, Мираҫ Йомағужин, Әмир Үтәбаев, Риф Мусин, Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Нәркәс Йомағужина, Радик Ғәлиуллин һәм Радмир Дәүләтбаев.

2016 йылда «Ерҙәштәр» спектакле бик мауыҡтырғыс, фәлсәфәүи, заманса яңғырашлы, яңы алымдар менән ҡуйылған сәхнә әҫәре булып халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителде. Режиссерҙың спектаклде ҙур яуаплылыҡ тойоп ижад итеүе юҡҡа булманы:  2016 йылда «Алтын битлек» бөтә Рәсәй милли театраль премияһы фестивалендә «Ерҙәштәр» спектакле иң һиҙелерлек (long-list) спектаклдәрҙең исемлегенә керҙе.  Шулай уҡ был спектакль БР-ның Театрҙар эшмәкәрҙәре союзы тарафынан «Актерҙар ансамбле» номинацияһында диплом менән билдәләнеп үтте.  «Театр яҙы-2017» Республика фестивалендә «Иң яҡшы спектакль» һәм «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле» (Ҡорбанғәли роле - Радик Ғәлиуллин) тигән исемдәргә лайыҡ булды.  Бөйөк халыҡ шағиры Мостай Кәрим үҙенең әҫәре хаҡында былай ти: «Һеҙ зирәк аҡыллы, тиҙ үк төшөнөп алырһығыҙ. «Ауыл адвокаттары» тигән был яҙмамда мин өс бер тиҫтерҙең, өс ҡорҙаштың, өс дуҫтың тормошон түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергә йыйынмайым. Оҙон һөйләүҙең ҡыҙығы ла юҡ хәҙер. Бары улар ҡалдырып киткән аҫыл заттарҙың бәғзе берҙәрен сүпләп ҡыҫҡа ғына епкә теҙмәксе иттем. Эреле-ваҡлыраҡ булыр булыуын, әммә тулыны буштан, дөрөҫтө ялғандан айырырға тырыштым». Башлана 19:00 сәғәттә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb