Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы рәйесе һайланды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы яңы рәйесе һайланды

Бөгөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында ойошманың уставына үҙгәрештәр индерелде.  Бығаса устав буйынса президиум юҡ ине. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә киләһе биш йыллыҡҡа президиум составы һайланды. Улар – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, башҡорт патриотик хәрәкәте рәйесе Фәнит Моратбаҡыев, Ханты-Манси автономиялы огругындағы ҡоролтай рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов, актер Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте идаралығының Башҡортостан буйынса етәксеһе урынбаҫары Ғаяз Зарипов. Президиум ағзалары бер тауыштан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесенә вазифаһына Эльвира Айытҡолованы һайланы. Билдәле булыуынса, ошоғаса был яуаплы вазифаны Әмир Ишемғолов киткәндән һуң Данир Ғәйнуллин башҡарғайны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb