Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нур-Солтанда Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығына арналған саралар үтте. Беренсе көнөндә төбәк башҡорттары түңәрәк өҫтәлгә йыйылды
«Ул йыйында урындағы башҡорттарҙың эшмәкәрлектәре, пландары, милли рухты үҫтереү, телде һаҡлау хаҡында асыҡтан — асыҡ һөйләшеүҙәр булды. Сарала Рәсәйҙән дә ҡатнашыусылар булды», - тине делегацияһының етәксеһе, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.
Ә икенсе көндө ҡала уртаһында урынлашҡан «Жетысу» паркында Учалы филармонияһы артистары ҡатнашлығында «Йыйын» байрамы үтте. Урындағы башҡорттар ҙа әүҙемлек күрһәтте, уларҙың ғәиләләре менән байрамда ҡатнашыуы күңелдәрҙә йылы хис-тойғолар ҡалдырҙы. Шайморатов-генералдың тыуыуына 120 тулыуға арналған флэшмобта филармония артистары, делегация вәкилдәре һәм урындағы ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.