Еңеү көнөндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залынан онлайн-концерт күрһәтелә

Еңеү көнөндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залынан онлайн-концерт күрһәтелә

Еңеү көнөндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залынан байрам концертының онлайн-трансляцияһы башлана.

Унда концерт залының барлыҡ ижади коллективтары: «Премьер» төркөмө, Марсель Ҡотоев, Илнур Һибәтуллин, «Ренессанс» халыҡ бейеү театры, «Дельфин» йыр студияһы, «Вираж» бал бейеүҙәре халыҡ ансамбле ҡатнашты.

Концертта «Темная ночь», «Шайморатов генерал», «Смуглянка», «Идет солдат по городу», «День Победы» һәм башҡа йырҙар яңғырай. Бынан тыш, байрам концерты программаһына билдәле композитор Игорь Матвиенконың «Жить» йыры индерелгән. Йыр проектында ҡатнашыусылар был йырҙы (ике куплетын) башҡорт телендә башҡарҙы (тексты Хәлил Хәмзин тәржемә иткән). Башҡортсаһын «Премьер» төркөмө солистары һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин йырланы.

«Жить» йырын башҡарыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Фларида Иркина һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы студенттары Карина Исмәғилева, Рөстәм һәм Айҙар Ғөбәйҙуллиндар, йәш йырсы София Буркина ҡатнашты.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/gkz-bashkortostan-9-maya-v-onlajn-rezhime-provedyot-prazdnichnyj-koncert 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb