«Еңеү вальсы» акцияһына ҡушылығыҙ!

«Еңеү вальсы» акцияһына ҡушылығыҙ!

Башҡортостан Республикаһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү вальсы» акцияһы иғлан ителде.

 «Һуғыш йылдарында өләсәй-олатайҙарыбыҙ ошо бейеүҙе башҡарған. Быйыл акцияла өйҙән сыҡмайынса, туғандар һәм яҡындар менән бергә ҡатнашырға мөмкин», — тип аңлатты йәштәр һәм спорт министры Руслан Хәбибов.

7 майға тиклем теләгән һәр кем вальс бейегәнен видеоға төшөрөп, уны #ЕңеүВальсыБашҡортостан хештегы менән социаль селтәргә һалырға мөмкин. Эстафетаны икенсе кешегә тапшырырға кәрәк.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/zhitelej-bashkortostana-priglashayut-prisoedinitsya-k-akcii-vals-pobedy

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb