«Евразия йөрәге» фестивале – һандарҙа

«Евразия йөрәге» фестивале – һандарҙа

15 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһында «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале тамамланды. Ойоштороусылар фестиваль һандарын атаны.

Быйыл «Евразия йөрәге» фестивале 4 тапҡыр ойошторолдо;

4 көн – 12 июндән 15-енә тиклем барған фестивалдә мең ярым самаһы артист сығыш яһаны;

«Евразия йөрәге» фестиваленең өсөнсө көнө Башҡортостан Республиканың 100 йыллығына арналған;

«Ватан» этно-паркы амфитеатрында уҙған фестивалгә 200 меңдән ашыу тамашасы килде;

Тура трансляция Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Youtube-каналында 30 меңдән ашыу кеше ҡараны, ә БЮТ Вконтакте тигән группаһында – 500 меңдән ашыу;

Милли кейем парады 3 меңдән ашыу кешене йыйҙы;

Беренсе бал 650 ҡатнашыусыны берләштерҙе;

Тотош республиканан 200 ҡурайсы башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды башҡарҙы;

Фестивалде ойоштороуҙа 120 ирекмән ҡатнашты;

300 яҡтылыҡ приборы ҡуйылды;

Тауыштың ҡеүәте 200 кВт тәшкил итте;

Яҡтыртҡыслы экрандарҙың майҙаны 200 квадрат метр тәшкил итте.

 

Фестивалдең фоторепортаждар: https://kulturarb.ru/ru/media/fotoreportazhi

«Евразия йөрәге» фестиваленец яңылыҡтары беҙҙең сайтында.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb