Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмы ошондай номинацияла еңеү яулаған. Картина Ҡырымда үткән «Артектың алһыу елкәндәре» халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә ҡатнашҡан.
Төп ролде башҡарған 9 йәшлек Марта Тимофеева «Иң яҡшы актриса ҡыҙ» номинацияһында бүләкләнгән.
«Фильмға төшкәндә башҡортса өйрәндем», - ти Марта.
Кинофестивалдең конкурс программаһында Ҡытай, Америка Ҡушма Штаттары, Германия фильмдары күрһәтелгән. «Һеңлекәш» фильмы бер нисә халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашты. Ул Башҡортостанда тамашасыларға октябрҙә – Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулған көндәрҙә тәҡдим ителә.
Сығанаҡ: Фильм "Сестрёнка" по повести М. Карима получил приз кинофестиваля «Алые паруса Артека»