Башҡортостан башлығы Башҡорт опера һәм балет театрына Рудольф Нуриевтың исемен биреүгә бәйле тауыш биреү иғлан ителгәйне

Башҡортостан башлығы Башҡорт опера һәм балет театрына Рудольф Нуриевтың исемен биреүгә бәйле тауыш биреү иғлан ителгәйне

Кисә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡорт опера һәм балет театрына Рудольф Нуриевтың исемен биреүгә бәйле тауыш биреү иғлан ителгәйне.

«Республиканың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре миңә Башҡорт опера һәм балет театрына Рудольф Нуриевтың исемен биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ләкин республикала йәшәүселәр менән кәңәшләшмәйенсә бындай яңғырауыҡлы ҡарарҙар ҡабул итеү дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем. Шуға күрә тауыш бирегеҙ һәм ошо йәһәттән фекерҙәрегеҙҙе ебәрегеҙ, зинһар», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

Шулай итеп, тауыш биреүҙә ун меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры киләсәктә Рудольф Нуриев исемен йөрөтһөн өсөн уларҙың 78,3 проценты тауыш биргән. Ҡаршылар һаны  – 21, 6 процент.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/glava-bashkortostana-provodit-opros-o-prisvoenii-bashkirskomu-teatru-opery-i-baleta-imeni-rudolfa-nureeva 

Башҡортостан башлығы Башҡорт опера һәм балет театрына Рудольф Нуриевтың исемен биреүгә бәйле тауыш биреү иғлан ителгәйне

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb