Халыҡ-ара музейҙар көнө менән!

Халыҡ-ара музейҙар көнө менән!

Һәр йыл һайын 18 майҙа бөтә доньяла музей хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был көндө булдырыу тураһында ҡарар совет делегацияһының мөрәжәғәте буйынса 1977 йылда Халыҡ-ара музейҙар советы ултырышында ҡабул ителә. Рәсми рәүештә ул доньяның 150-ән ашыу дәүләтендә байрам ителә.

Башҡортостанда 90-ан артыҡ музей иҫәпләнә, уларҙың, яҡынса өстән бер өлөшө дәүләт ҡарамағында, ҡалғандары муниципаль милектә. Ошо шәмбе 20 май көнө Башҡортостанда музейҙар төнө уҙасаҡ.

Башҡортостанда музей эше 1864 йылда беренсе Өфө губерна музейы асылыуынан алып эре музей селтәренең булдырыуына тиклем үҫешә. 1919 йылда Өфө художество Октябрь революцияһы пролетар музейы асыла (хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейы), ә Стәрлетамаҡта — ҡала тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы.

1940 йылда Өфө районында Ҡыҙыл Яр ауылында 25-се Чапаев дивизияһының музейы, ә Бәләбәй районының  Ыҫлаҡбаш ауылында — сыуаш яҙыусыһы Т. В. Ивановтың мемориаль музей-йорто асыла. В. И. Лениндың Йорт-музейы 1941 йылда, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы — 1948 йылда асыла.

ХХ быуаттың 70-се йылдар аҙағына тиклем Башҡорт АССР-да 5 дәүләт музейы, яҡынса 400 йәмғиәт һәм мәктәп музейҙары була. Дәүләт музейҙары БАССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында була.

80-се йылдар Башҡорт АССР-да «музей бумы» йылдары була:1978 йылда С. Т. Аксаков музейы ойошторола, 1979 йылда 3 йәмғиәт музейы төҙөлә — Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Баймаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Бишбүләк районы Дүсән ауылында К. Ә. Хәкимов музейы, 1980 йылда — Октябрьский һәм Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары. 1981 йылда — М. Акмулла музейы ойошторола.

Башҡорт АССР-ның Министрҙар Советының 1984 йылдың 11 ноябрендәге 275-се һанлы ҡарарына ярашлы Республика тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Стәрлетамаҡ ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейы базаларында Башҡорт дәүләт берләшкән музей ойошторола. Был музейға Өфөләге баш музей һәм уның республика буйынса 11 филиалы инә..

1989 йылда музейҙар һаны 18-гә барып етә, шул иҫәптән Дүртөйлө, Туймазы, Илеш, Мәләүез тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары, Салауат районы Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музейы, Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылындағы Советтар Союзы Геройы М. Х. Ғөбәйҙуллин музейы, 1993 йылда — 36, шул иҫәптән Башҡортостан халыҡтарының этнография музейы һәм интернациональ дуҫлыҡ музейы, 1999 йылда — 57. 1994 йылда Әхмәтзәки вәлиди музейы асыла. Дүртөйлө, Туймазы, Илеш, Бишбүләк, Сибай, Хәйбулла тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында яңы экспозициялар асыла.

1997 йылда Башҡортостан Республикаһының Әҙәби музейы (Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәби музейы) ойошторола. 1999 йылда Республика Хәрби дан музейы, 2002 йылда Музей асылды 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейы асыла. 2002 йылда Башҡортостан Республикаһының парламенты тарихы музейы барлыҡҡа килә.

Йәмәғәтселек инициативаһы менән Күгәрсен районында — З. Биишеваның, Ауырғазы районында — Ғ. Ибраһимовтың, Бишбүләк районында — Фәтих Кәримдең, Булат Имашевтың әҙәби музейҙары, Балтас районында - Ғ. Ғалиевтың (Батырша),  Ҡалтасы, Күмертау, Стәрлебаш, Ғәфури, Иглин тарих-тыуған яҡты өйрәнеү муҙейҙары һ.б. асыла.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда 1076 музей эшләп килә, шул иҫәптән: 24 дәүләт, 103 муниципаль, 210 ведомство, 4 шәхси һәм 724 дөйөм белем биреү учреждениелары музейҙары.

Мәҙәниәт министрлығы 2013 йылдың 1 ғинуарына 94 музей менән идара итә, шул иҫәптән: 25 дәүләт һәм 69 муниципаль музейҙары. Был музейҙарҙа яҡынса 650 мең тарихи һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә булған әйберҙәр тупланған.

Музей эше буйынса белгестәрҙе М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дөйөм тарих кафедраһы әҙерләй. Башҡортостандың Милли музейы республикала музей ғилеме буйынса фәнни-методик үҙәге булып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb