Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен асты

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен асты

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен асты. Кисәгә филармонияның тоғро тамашасылары, баш ҡала ҡунаҡтары йыйылды. 

Байрамға филармония артистары юморға ҡоролған сағыу концерт программаһы әҙерләгән. Сәхнәлә тамашасылар яратып өлгөргән йырсылар менән бер рәттә йәш таланттар ҙа сығыш яһаны. Әйткәндәй, быйыл яңы исемдәр ҙә асылыр тип көтөлә. Филармония репертуары төрлө концерт программалары менән байытылған.

81-се миҙгел йөкмәткеле һәм сараларға бай буласаҡ, тип вәғәҙә итә артистар. Йылдағыса, баш ҡаланың төп сәхнәләренең береһендә төрлө фестивалдәр, хәтер кисәләрен ойоштороу планлаштырылған. Шулай уҡ, гастролдәр менән килгән коллективтар сығышы ла көтөлә.

Сығанаҡ: https://bash.news/news/107000_xsjen_xmtov_isemendge_bashort_dlt_filarmoniyay_81se_koncert_migelen_asty?lang=bash 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb