Межгорье ҡалаһынан «Пауза» студияһы «Мәктәп театрҙары» номинацияһында иң еңеү яуланы. Еңеүселәр 30 ноябрҙә тура эфирҙа иғлан ителде. Межгорье коллективы рус халыҡ әкиәтен тәҡдим итте. Тауыш биреү барышында улар 89 балл йыйған һәм беренсе урынға сыҡты.
Әйткәндәй, «Театраль Волга буйы» фестивалендә 7 меңдән ашыу һәүәҫкәр актер ҡатнашҡан. Финалға 28 коллектив үтте.
Башҡортостандан фестивалдә ике коллектив ҡатнашты. «Ҡорос» халыҡ театры һәм «Пауза» студияһы финалға сыҡты. «Студент театрҙары» номинацияһында Сыуаш республикаһы коллективы еңеү яуланы. Башҡортостандан ошо номинацияла «Ҡорос» халыҡ театры коллективы ҡатнашты.
Бүләкләү тантанаһы 16 декабрҙә Түбәнге Новгородта үтә.