«Йәшлек-шоу» республика фестивале яңы йырҙар башҡарыусыларҙы саҡыра

«Йәшлек-шоу» республика фестивале яңы йырҙар башҡарыусыларҙы саҡыра

«Йәшлек-шоу — 2019» республика йәштәр фестиваленә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Быйыл фестиваль йәнә иң әүҙем, ижади йәштәрҙе берләштерә һәм иң шау-шыулы, сағыу, дарманлы тамаша булырға вәғәҙәләй, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.

Унда эстрада башҡарыусылары – 16-нан алып 27 йәшкәсә солистар һәм төркөмдәр ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы 30 октябргә тиклем фестивалдең рәсми почтаһына ебәрергә кәрәк: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра..

Ғаризала «тере» тауыш менән башҡорт телендәге йырҙың видеоһы; тултырылған анкета; юғары сифатлы өс фотоһүрәт һәм башҡорт телендә яҙҙырылған әҙер йыр булырға тейеш. Төп шарт – йырҙың бығаса яңғырамауы.

Иң яҡшыларҙы ойоштороусылар командаһы Өфөгә тыңлауға саҡыра. Финалсыларҙың береһе «Бәйләнештә» социаль селтәрендә тамашасыларҙың тауыш биреү юлы менән һайлап алына.

«Йәшлек шоу — 2019» гала-концерты 14 ноябрҙә була. Мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50. Фестивалдең «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмө: https://vk.com/yashlek.show2019.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады ойошторған сара республиканың күп милләтле йәштәренә рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә, уларҙың ижади кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb