Камил Йыһаншин – Рәсәй Президенты премияһы лауреаты

Камил Йыһаншин – Рәсәй Президенты премияһы лауреаты

Владимир Путин 2019 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә президент премияларын биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Документ Кремль сайтында донъя күргән. 

Лауреаттар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы, сәйәхәтсе Камил Йыһаншин да бар. Ул ватан балалар әҙәбиәтенең гуманистик традицияларын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн наградланған. Камил Йыһаншин был бүләкте үҙ ғүмерендәге иң юғары баһаларҙың береһе тип белдерә, шул иҫәптән Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын да.

Камил Йыһаншин Туймазы районының Ҡандра ауылында тыуған. Алыҫ Көнсығышта йәшәгән, күп сәйәхәт иткән. Башҡортостан һәм Себер киңлектәрен геология партиялары сафында урап сыҡҡан, һунарсы, инженер булып эшләгән. Биш йыл Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенә етәкселек иткән. Тиҫтәләрсә китап авторы, Рәсәйҙәге төрлө әҙәби премиялар лауреаты. Яҙыусының ижадында Башҡортостан тәбиғәте, йәнлектәре тураһындағы әҫәрҙәр ҙур урын алып тора.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb