Карантин осоронда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының алтын фондынан спектаклдәрҙең видеояҙмаһын ҡарарға була

Карантин осоронда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының алтын фондынан спектаклдәрҙең видеояҙмаһын ҡарарға була

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 18.03.2020 й. УГ-111 һанлы «Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә яңы короновирус инфекцияһы таралыуы ихтималлығын иҫкәртеү өсөн юғары әҙерлек режимын индереү» Указына яраҡлы, 23 марттан 20 апрелгә тиклем спектаклдәр күрһәтелмәй һәм киң йәмәғәтселек өсөн тәғәйенләнгән саралар, алдан планлаштырылған гастролдәр ҙә үткәрелмәйәсәк.

Карантин осоронда театр YouTube-каналында «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының алтын фонды»нан спектаклдәрҙең видеояҙмаһын ҡарарға тәҡдим итә (бында).

«Әлеге ваҡытта театрҙың YouTube-каналында презентацион видеояҙмалар урын алған, видеоколлекция уҙған йылдарҙағы спектаклдәр менән тулылана бара. Һеҙ әлеге мәлдә түбәндәге спектаклдәрҙе ҡарай алаһығыҙ: «Рәйсә+Фәйзи» (Н.Асанбаев, режиссеры – Р.Исрафилов), «Ғәлиәбаныу» (М.Фәйзи, режиссеры – Р.Исрафилов), «Бибинур, ах, Бибинур!..» (Ф.Бүләков, режиссеры – Р.Исрафилов), «Ҡыҙыл паша» (Н.Асанбаев, режиссер – Л.Вәлиев),«Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..» (М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса, режиссер Р.Исрафилов)», - тинеләр театрҙа.

bashdram.ru сайтында http://bashdram.ru/tour  һылтанмаһы буйынса виртуаль тур әҙерләнғән. 

bashdram.ru сайтында түбәндәге рубрикалар урын алған:

«Бөйөк йылдарға баш эйәйек…» — http://bashdram.ru/poklonimsya-velikim-tem-godam Был рубрикала беҙҙең театр хеҙмәткәрҙәренең  Бөйөк Еңеү килтергән туғандарының иҫәтлектәре баҫылған.

«Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…» — http://bashdram.ru/pomnim-pochitaem  — донъянан киткән актерҙар һәм Театр эшмәкәрҙәре тураһында.

Дөйөм белем биреү учреждениеларында иғлан ителгән карантин ваҡытында мәктәп уҡыусылары өсөн театр тәҡдим итә:

Театрҙың YouTube-каналында мәктәп программаһы әҫәрҙәре буйынса балалар өсөн ҡуйылған спектаклдәр архивы https://www.youtube.com/channel/UCFkrsXEgEzKkDth_rRqX2uw

Улар араһында: «Серле көршәк» (З.Биишева әҫәре буйынса), «Алтын асҡыс-Remake» (А.Толстой), «Маугли» (Р.Киплинг), «Белмәҫйән мажаралары» (Н.Носов), «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» (А.Волков) һәм башҡалар.

Театр цехтары хеҙмәткәрҙәре үткәргән ижади мастер-класстар (видеодәрестәр) —https://www.youtube.com/channel/UCFkrsXEgEzKkDth_rRqX2uw

«Һүрәт төшөрөргә өйрәнәйек!». Рәссам Рита Ғәзизова портрет, натюрморт һәм пейзаж яһау серҙәре менән таныштырасаҡ.

«Косплей» тураһында». Крафтер Василий Шаров косплей, анимэ, крафт тураһында һөйләйәсәк, атрибутика (беләҙек, шлем һ.б.) яһауҙың ябай алымдарына өйрәтәсәк.

«Афишаны бергә эшләйбеҙ». Дизайнер Ирина Пилявцева компьютерҙа дизайн-программаларҙа эшләүҙең төп алымдарын һөйләйәсәк һәм күрһәтәсәк.

«Бутафорҙар бар нәмәгә һәләтле!» Театрҙың бутафор цехы хеҙмәткәрҙәре папье-маше, декоратив вазалар, төрлө көнкүреш предметтары һәм фетрҙан мәктәп кәрәк-яраҡтары, ҡағыҙҙан ҙур күләмле сәскәләр эшләргә, пластилиндан һындар әүәләргә өйрәтәсәктәр.

— «Спектаклдең биҙәге — декорация». Художество-декорация цехы хеҙмәткәрҙәре акрил буяуҙар менән эшләргә һәм макеттар яһарға өйрәтәсәк.

«Грим йөҙҙө үҙгәртә». Грим цехы етәксеһе Нәркәс Баязитова грим һәм макияж һалырға өйрәтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb