Константин Толкачев Мәскәүҙә «Һабантуй – 2019» халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостан делегацияһын етәкләне

Константин Толкачев Мәскәүҙә «Һабантуй – 2019» халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостан делегацияһын етәкләне

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Мәскәүҙә «Һабантуй – 2019» XXXI халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостан делегацияһын етәкләне.

Делегация составына шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Роман Симандуев, Башҡортостандың ҡайһы бер райондары хакимиәттәре башлыҡтары, башҡа рәсми шәхестәр, республиканың иң яҡшы ижади коллективтары, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары инде. Һабантуйҙа шулай уҡ Татарстан Республикаһы һәм Мәскәү ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. 

Константин Толкачев байрамды тантаналы асыуҙа сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙен уҡып ишеттерҙе, фестивалде әҙерләүгә, Башҡортостан һәм Татарстан халыҡтарының мәҙәни традицияларын һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергән активистарға рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 

Сара «Коломенское» музей-ҡурсаулығында үтте. Быйылғы Һабантуй республиканың 100 йыллығына арналды. Сараны ойоштороусылар – Мәскәү ҡалаһының Татар милли-мәҙәни автономияһы, Мәскәү ҡалаһының Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Татарстан Республикаһы Хөкүмәте. 

Тулыраҡ беҙҙең мәҡәләлә – Мәскәүҙә «Һабантуй - 2019» халыҡ-ара байрамы үтте.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb