Күренекле шағир Рәйес Түләктең 60 йыллығына бағышланған республика видеоконкурсы иғлан ителә

Күренекле шағир Рәйес Түләктең 60 йыллығына бағышланған республика видеоконкурсы иғлан ителә

«Шоңҡар» Башҡортостан йәштәре журналы Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә талантлы шағир, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рәйес Түләктең 60 йыллығына бағышлап, «Ғүмер ике генә кис ул, ике генә кис ул, и, кешем» тип исемләнгән республика видеоконкурсын иғлан итә.

Бының өсөн ни бары шағир Рәйес Түләктең күңелегеҙгә ятҡан бер шиғырын яттан һөйләп, видеокамераға төшөрөргә һәм ошо төркөмгә vk.com/raistulyak60 ебәрергә кәрәк була.  Еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә: I урын – 5000 һум, II урын – 3000 һумм, III урын – 2000 һум.

Ҡатнашығыҙ! Еңеү яулағыҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb