«Көмөш Аҡбуҙат» фестивалендә 48 фильм ҡатнаша

«Көмөш Аҡбуҙат» фестивалендә 48 фильм ҡатнаша

24 – 27 августта Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» IV Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале үтә. Фестивалдең асыу тантанаһы 24 августта «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында уҙа.

Бөгөн, 5 июлдә, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы конференц-залында «Көмөш Аҡбуҙат»ҡа бағышланған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Конфенренцияла спикерҙар – фестивалдең директоры, Ә.Абдразаҡов «Башҡортостан» киностудияһының директоры Юнир Әминев, башҡарма директоры Зөһрә Бураҡаева, матбуғат хеҙмәтенең етәксеһе Айрат Зайниев, арт-директоры Магафур Тимербулатов һәм фестивалдең координаторы Дамир Йосопов сығыш яһанылар.

Әйткәндәй, конкурс программаһында фильмдар ике номинацияла: социаль һәм мотивация, милли һәм этник кино йүнәлештәрендә планлаштырыла.

Быйыл «Көмөш Аҡбуҙат»тың йүнәлеше саҡ ҡына икенсерәк: конкурс программаһында социаль, мотивацион һәм милли, этник фильмдар күрһәтеләсәк. Конкурстан тыш, һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән башҡорт, Рәсәй һәм сит ил киноларын күрһәтеү ҡаралған. Шулай уҡ кино сәнғәте буйынса күренекле эшмәкәрҙәр менән осрашыуҙар, «Түңәрәк өҫтәлдәр», күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

«Фестиваль милли кино сәнғәтен үҫтереүгә, фильмдарыбыҙҙы донъя кимәленә сығарыуға ҙур өлөш индерәсәк», - тине Зухра Бураҡаева.

Быйыл жюри ағзаһы – танылған театр һәм кино актеры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Сергей Шакуров.

«Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторола. Уның маҡсаты - милли һәм этник кино төшөргән ижадсыларҙы танытыу.

Тулы мәғлүмәт бында: Кинофестиваль "Серебряный Акбузат" соберёт в столице республики участников из 12 субъектов России и 15 стран зарубежья

 

«Көмөш Аҡбуҙат» фестивалендә 48 фильм ҡатнаша
«Көмөш Аҡбуҙат» фестивалендә 48 фильм ҡатнаша
«Көмөш Аҡбуҙат» фестивалендә 48 фильм ҡатнаша

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb