М. Ғафури исемендәге Башҡорт театры гастролдәрен дауам итә

М. Ғафури исемендәге Башҡорт театры гастролдәрен дауам итә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған гастролдәрен дауам итә — 15, 16 октябрҙә Алма-Ата ҡалаһының Мөхтәр Ауэзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ.

Ҡаҙағстан тамашасыһына 3 спектакль тәҡдим ителәсәк: М.Буранғолов пьесаһы буйынса «Шәүрәкәй» музыкаль комедияһы (режиссеры — А.Абушахманов), А.Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Хыялға ҡаршы» спектакле (А.Ишбулдина инсц., режиссеры — И.Ҡаҙаҡбаев) һәм кескәй тамашасылар өсөн Д.Урбандың «MOUSE STORY» музыкаль әкиәте (режиссеры — И.Ҡаҙаҡбаев).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb