Быйылғы халыҡ-ара диктантты беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта уҙғарыу планлаштырыла

Быйылғы халыҡ-ара диктантты беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта уҙғарыу планлаштырыла

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 18 мартында баҫтырылған 246-р һанлы бойороғона ярашлы 2020 йылдың 25 апрелендә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2020» акцияһын үткәрәсәк.

Ойоштороу һәм эш комитеттары составы, «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2020» акцияһын ойоштороу һәм үткәреү планы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2020 йылдың 1 апреленән 402-се бойороғо менән раҫланды.

Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлдәргә бәйле башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 2020 йылда беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта уҙғарыу планлаштырыла.

Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк.

2020 йылдың 25 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә», «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:15-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 11:55-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.00-нән сәғәт 12.20-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа ала. «Интернет» мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashkdictant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына, +7 (927) 950-02-66  Whatsapp мессенджер номерына 2020 йылдың 26 апреленә 23:59 сәғ. тиклем ебәрергә мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта диктантты 2020 йылдың 26 апрель 23:59 сәғ. тиклем http://bashkdictant.ru рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (www.instagram.com, https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Диктаторҙар:

1.Зәйнетдинов Заһир (мульти-инструменталист, шоумен) - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

2.Мурзина Флүрә («Хәбәрҙәр» программаһының алып барыусыһы) - башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

3.Сәлимов Марсель (сатирик яҙыусы, шағир, публицист, тәржемәсе) - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Диктант темаһы һәм тексы ойоштороусылар тарафынан билдәләнә.

Диктант тексы ғалим-филологтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән 3 вариантта әҙерләнәсәк: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар Сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәреләсәк.

Акция ҡатнашыусыһы булып енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан һәр кеше ҡатнаша ала.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashkdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Диктант-2020 ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb