Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләргә сит төбәктәрҙән дә килделәр

Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләргә сит төбәктәрҙән дә килделәр

Мостай Кәримгә ҡуйылған һәйкәл янында уҙған тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Әҙип исемен йөрөткән Милли йәштәр театрында Иосиф Кобзон менән Андрей Дементьев иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Һеңлекәш фильмында төп ролде уйнаусы малай ысынлап та, «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесынан Йәмилде хәтерләтә. Мостайҙың үҙе тураһында ул беҙҙең өйҙөң йәме ине тиҙәр. Өй – ер шары. Һәм ғәҙәттәгесә, уның тыуған көнөндә, ә быйыл инде бер быуатлыҡ датаға әҙиптең һәйкәле янында донъяның төрлө төбәктәренән йыйылдылар. Үҙе арабыҙҙа булмаһа ла, әҫәрҙәре халыҡтар дуҫлығы, әхлаҡи идеалдарға саҡырыуын дауам итә, тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Мостай Кәрим урамында бынын алты йыл элек асылған һәйкәл сәскә гөлләмәләренә күмелде. Сәскә түгел, китап тотоп килеүселәр ҙә бар. Сөнки яҙыусының уҡыусыларға иң ҙур бүләге- йәшәргә өйрәтеүсе, мәңгелек ҡиммәтәр тураһындағы үлемһеҙ әҫәрҙәре. Римма Буранбаеваның ҡулындағы китапта Мостай Кәримдең хатта, ике автографы. Береһе үҙенә, ә икенсеһе – повестағы исемде ҡушҡан ҡыҙына – Оксанаға. Шәхес менән яҡындан аралашыусылар уның ярҙамсыл булыуын билдәләй.

Тап ошо урында бынан ике йыл элек халҡыбыҙҙың бөйөк улының тыуыуына 98 йыл тулыуын билдәләү сараларында СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзон һәм шағир һәм публицист Андрей Дементьев та ҡатнашҡайны.

Бөгөн улар юҡ, әммә шәхестәрҙең дуҫлығы тураһында Милли йәштәр театрында уларҙың иҫтәлегенә бағышлап асылған таҡтаташтар хәтерләтеп торасаҡ. Таҡтаташтарҙы асыу тантанаһында Андрей Дементьев яҙған шығырға Иосиф Кобзон башҡарған йыр яңғыраны.

Тантаналы саралар Мостай Кәримдең шиғырҙарын ятҡа һөйләү флешмобы менән дауам итте. Сарала кескәйҙәрҙең күп булыуы икеләтә шатлыҡлы, сөнки ялҡынлы итеп улар әҫәрҙәрҙе ятлап бирә ала икән, тимәк, шағирҙың йөрәк һүҙе уларҙың күңелендә уйылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb