Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына әҙиптең тыуған ауылында яңы мәҙәниәт йорто барлыҡҡа килә

Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейына әҙиптең тыуған ауылында яңы мәҙәниәт йорто барлыҡҡа килә

Шишмә районы Келәш ауылында төҙөлөш аҙағына яҡынлашып килә.

«Бында Мостай Кәрим, шулай уҡ шағир Сәйфи Ҡудаш, йырсы Фәриҙә Ҡудашева һәм мәғрифәтсе Зыя Камалиға бағышланған музей экспонаттары урын аласаҡ», - ти Шишмә районы мәҙәниәт һарайы директоры урынбаҫары Раушана Байғужина.

Быйыл Мостай Кәрим энциклопедияһы донъя күрә. Өфөләге бейек йорттарҙың береһендә шағирҙың портреты буйынса граффити эшләнә. Мәскәүҙә һәм Өфөлә юғары кимәлдә тантаналы ултырыштар үтә. Киләһе аҙнала Ҡаҙағстанда ла Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейы билдәләнә.

Сығанаҡ: https://bash.news/news/99898_mostaj_krimde_ber_byuatly_yubilejyna_ipte_tyuan_auylynda_yay_mnit_jorto_barlya_kil?lang=bash  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb