М.Ғафури исем.Башҡорт академия драма театрында - бәпәйҙәр өсөн «Бэби-театр»

М.Ғафури исем.Башҡорт академия драма театрында - бәпәйҙәр өсөн «Бэби-театр»

Башҡортостанда тәүге тапҡыр бәпәйҙәр өсөн «Бэби-театр» эҙерләнә. Тиҙҙән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры афишаһында 0+ йәштәге сабыйҙар өсөн спектакль барлыҡҡа киләсәк. Театр үҙенең йөҙ йыллыҡ юбилейында иң кескәй тамашасыларға уникаль бүләк әҙерләй. 

«Бәпәй-театр»ын ҡуйыусы ижади төркөмдә режиссер Алмаз Саҙрыев, рәссам Павла Никитина, балетмейстер Алина Мостаева, композитор һәм анимация буйынса рәссам Әмир Ғәлиәскәров эшләй.

Бәпестәр өсөн тәғәйенләнгән тамашала актерҙар Юнир Ҡоланбаев, Лилиә Ғәлина, Морат Рафиҡов һәм Әлфирә Зәһиҙуллина ҡатнашалар. 

Бэби-театр спектакленең премьераһыБашҡорт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә 2019 йылдың 24 ноябренә 16:00 сәғәттә уҙасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb