М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры онлайн-«читка» алып бара

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры онлайн-«читка» алып бара

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙ изоляция ваҡытында эшен дауам итә һәм тамашасылар менән аралашыуҙы онлайн форматҡа күсерҙе.

Театрҙа элек күҙмә-күҙ ултырып уҡыған әҫәрҙәр хәҙер яҙма вариантҡа күсә. «Читка» тигән айырым театр жанры яңы пьесалар менән таныштырып бара.

5 апрелдә театрҙың YouTube каналында француз актрисаһы һәм драматург Ясмина Резаның бөтә донъяға билдәле «Бог резни» тигән комедияһының видеоһы һалынды – пьесаны Гөлнара менән Алмас Әмировтар һәм Гөлназ менән Руслан Хайсаровтар уҡынылар.

Пьеса геройҙары -ике ғаилә, уларҙың малайҙары мәктәптә һуғышҡан да һәм шул турала һөйләшеүҙәр бара. Һәр ғаилә үҙен хаҡлы, тип иҫәпләй, әммә улар үҙҙәренең проблемаларын күрмәйҙәр.  2009 йылда пьеса «2008 йылда Лондондағы иң яҡшы комедия» тигән исемгә лайыҡ була һәм Лоуренс Оливьеның театр премияһын ала.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры онлайн-«читка» алып бара

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb