М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры яңы мәҙәни-мәғариф проектын башлап ебәрҙе

М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры яңы мәҙәни-мәғариф проектын башлап ебәрҙе

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Театр мәктәп таҡтаһы янында» исемле мәҙәни-мәғариф проектын башлап ебәрҙе. Проекттың художество етәксеһе – Айрат Абушахманов.

11 мартта проектта ҡатнашыусылар өсөн беренсе уҡыу (читка) үтте. Йәш шеф-драматург Ангиза Ишбулдина һәм театр артисттары Лилиә Ғалина, Гөлназ Хайсарова, Әлфирә Зәһиҙуллина, Айнур Ситдиҡов, Алмаз Йосопов, Азат Вәлитов беренсе спектакль-дәрескә тотондолар. Улар А.С. Пушкиндың «Повести Белкина» циклынан «Выстрел» һәм «Барышня крестьянка» повестарын уҡынылар. 

«Репетицияләр тәмамланғандан һуң, спектакль-дәрес 6-сы синыф уҡыуслыларына әҙәбиәт дәресе урынына күрһәтеләсәк. Спектаклдең оҙонлоғо – 45 минут», – тинеләр театрҙа.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb