Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» пьесаһы буйынса спектаклдең репетициялары башланды.
Спектакль Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Быйылғы 100-сө ижад миҙгеленең тәүге премьераһы тап ошо спектакль буласаҡ. Был пьеса беҙҙең театрҙа ла, республикабыҙ театрҙарында ла, башҡа төбәктәрҙә лә ҡуйылды, әле лә театрҙар репертуарында бара.
Спектаклдең режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев. Рәссамы — Альберт Нестеров.
Спектаклдең премьераһы 8 октябрь Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында күрһәтеләсәк.