Мәскәүҙә халыҡ-ара һабантуй байрамы үтә

Мәскәүҙә халыҡ-ара һабантуй байрамы үтә

Мәскәүҙә алдағы шәмбе үтәсәк халыҡ-ара һабантуй байрамы алдынан матбуғат конференцияһы үтте. Төрлө милләттәрҙе берләштергән күләмле сара быйыл республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арнала. Һабантуйҙа башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен һәм сәнғәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған бай программалы тамаша ойошторолоуы күҙаллана. Милли уйындарҙан һәм ҙур концерттан тыш, байрамда эшҡыуарлыҡ секцияһы ла асыҡ буласаҡ. Һабантуй сәхнәһендә ҡурайсы Роберт Юлдашев, билдәле йырсылар Айҙар Ғәлимов, Элвин Грей һәм башҡа артистар сығыш яһарға әҙерләнә. Үрҙә әйтелеүенсә, Мәскәү һабантуйы 6 июлгә тәғәйенләнгән.

Элвин Грей, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: «Мәскәү һабантуйында башҡорттар, татарҙар һәм башҡа милләт вәкилдәре лә йыйыласаҡ. Бындай ҙур сара төрлө милләттәрҙе берләштерә. Был концертта сығыш яһауыуыма мин бик ҡыуанам».

Сығанаҡ: https://bash.news/news/99854_msk_xalyara_abantuj_bajramy_t?lang=bash

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb