Мәскәүҙә Салауат Юлай улы иҫтәлегенә сара үтте

Мәскәүҙә Салауат Юлай улы иҫтәлегенә сара үтте

Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ милли герой Салауат Юлаев иҫтәлегенә арналған сараға йыйылды. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт халҡының билдәле улы тураһында тарихи йырҙар башҡарып, Салауат Юлаев шәхесенә бағышланған эҙләнеү эштәре менән сығыш яһаны.

Баш ҡалала йәшәүсе милләттәштәребеҙ Салауат Юлаевтың эҙҙәре буйынса Палдиски ҡалаһынан һаҡланған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Әлфиә Килдейәрова, «Аҡ тирмә» фольклор коллективы ағзаһы: «Азатлыҡ өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙҙың йөрөгән ерҙәренә барҙыҡ. Улар киҫкән таштарҙы күрҙек. Ауыр шарттарҙа йәшәгәндәр».

Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb