Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Санкт-Петербург ҡалаһына юллана

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Санкт-Петербург ҡалаһына юллана

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Санкт-Петербург ҡалаһына бара. 26, 27, 28 октябрҙә төньяҡ баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына ике спектакль күрһәтәләр. Сәфәр гастролдәр һәм Халыҡ-ара театр Олимпиадаһында ҡатнашыу сиктәрендә ойошторола.

Театрҙың әҙәбиәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 26 октябрҙә Ленсовет исемендәге Театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә Флорид Бүләковтың «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме» спектакле (режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев) ҡуйыла.

27, 28 октябрҙә Г.А.Товстоногов исемендәге Ҙур драма театры сәхнәһендә Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса спектакль күрһәтелә (режиссеры – Айрат Абушахманов). Спектакль – романдың тәүге сәхнә кәүҙәләнеше. Ҡуйылыш йәмғиәттә резонанс тыуҙырҙы, тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән файҙалана, театр эксперттарының юғары баһаһына лайыҡ булды, байтаҡ театр фестивалдәрендә ҡатнашты. 2019 йылда спектакль иң абруйлы Милли театр премияһы – «Алтын битлек» лауреаты исемен алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb