Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мәскәүҙә гастролдәр менән сығыш яһай

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мәскәүҙә гастролдәр менән сығыш яһай

1-2 февралдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мәскәүҙә «Модерн» драма театрында гастролдәр менән сығыш яһай. Баш ҡала тамашасыларына ике спектакль күрһәтелә.

1 февралдә 18:00 сәғәттә — Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» романтик драмаһы. Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин.

2 февралдә 18:00 сәғәттә Йәштәр театры коллективы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «Өс таған» повестары буйынса спекталь күрһәтә. Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев.

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/nmt-im-m-karima-vystupit-s-gastrolyami-v-moskve 

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Мәскәүҙә гастролдәр менән сығыш яһай

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb